Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
3 Сентябрь 2025, 05:55

Динара ВАХИТОВА 

Мин сығышым менән Кө­йөргәҙе райо­нының Ялсыҡай ауылынан булам. 24 йәштәмен. Әлеге ваҡытта Өфө фән һәм технологиялар университетында ситтән тороп белем алам. Шул уҡ ваҡытта Әх­мәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала эшләп йөрөйөм.


Бәләкәйҙән йыр-моңға ға­шиҡмын. Тормошта йырлап йәшәү күпкә еңелерәк, тип уйлайым. Йыр кешегә ҡанат ҡуя, йәшәүгә йәм өҫтәй, күңелгә бөтмәҫ илһам бирә. 
Сәйәхәт итергә лә яратам. Хыялым – Башҡортостаны­быҙҙы ғына түгел , барлыҡ Ер шарын урап сығыу. Донъя күреү – үҙе бер ғүмер!

Читайте нас