Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
28 Август 2025, 05:55

Алһыу АБДУЛЛИНА

Архангел районының Убалар ауылында тыуған ҡыҙға – 18 йәш. Әлеге көндә ул татыу, ижади ғаиләһе – ата-әсәһе, ҡус­тыһы һәм һеңлеһе менән бергә баш ҡалала йәшәй. Улар кү­мәкләп тәбиғәткә сығып ял итергә, спорт уйындары уй­нарға ярата.

Алһыу мәктәптәге сараларҙа күп ҡатнаша, туған телебеҙгә арналған конкурс, олимпиа­даларҙа еңеүсе була. Ошо һө­ҙөмтәләре өсөн хатта Мәскәү ҡалаһында үткән Президент шыршыһына барып ҡайта.
Әле ҡыҙ Мифтахетдин Аҡ­мулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия универси­тетының башҡорт филоло­гия­һы факультетында белем ала. Бында ла әүҙем студенттарҙан һанала. Уҡыуҙан, ижадтан илһам алам, ти. Үҙе инде 11 йыл “Гранде” коллективында бейеү менән шөғөлләнә. Әйткәндәй, туғандары ла бейеүгә битараф түгел. Өсөһө лә үҙҙәрен сәхнәһеҙ күҙ алдына килтермәй.
Алһыуҙың яратҡан шөғөлдәре күп. Ҡа­сандыр “Һылыуҡай” студияһында шөғөл­ләнеүе үҙе өсөн ҙур тәжрибә тупларға ярҙам иткән. Визажист эше, макияж эшләү оҡшай. Туй, юбилей кеүек ҙур байрамдарға йыйынған туғандары уға ғына мөрәжәғәт итә. Буш ваҡытында волейбол секцияһына ла йөрөй. Ә хыялы – балаларға башҡорт теленән белем биреү, улар өсөн ысын остаз булыу.
– Тырыш, тыйнаҡ, мөләйем, ярҙамсыл беҙҙең ҡыҙыбыҙ, – тип ғорурлана ата-әсәһе.

Л. РАИЛОВА.

Читайте нас