"Йәшлек" гүзәле
29 Июль 2025, 00:55

Линара ЙОСОПОВА

Бар яҡлап һәләтле, энер­гия­һы ташып торған ҡыҙ Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа тыуған. 1-се мәк­тәптә белем ала, уҡы­ған ваҡытта спорт менән етди шөғөлләнә. Лапта һәм во­лей­бол буйынса грамота-миҙал­дары байтаҡ ҡына.
Әле Линара Өфө тармаҡ технологиялары коллед­жы­ның өсөнсө курсында уҡый. Яҡшы өлгәшеүҙән тыш, төрлө сарала һәм конкурста әүҙем ҡатнаша. Ул үҙен төрлө яҡлап үҫ­терергә тырыша. Маҡ­сат­тары яҡты киләсәккә ил­тер, тип ыша­набыҙ.
 

Л.РАИЛОВА.

Читайте нас