

Шишмә районында тыуған ҡыҙҙы өләсәһе тәрбиәләп үҫтергән. Иң ҡәҙерле кешеһе уға – терәк, ярҙамсы һәм кәңәшсе.
Ҡыҙ Өфө тармаҡ технологиялары колледжында белем ала. Уҡыу менән бер рәттән эшләп тә йөрөй. Был Илнараны финанс яҡтан тәьмин итеп кенә ҡалмай, карьера төҙөү өсөн тәжрибә туплау мөмкинлеген дә бирә. 18 йәшендә үк һылыуҡай тәүге автомобиленә аҡса туплай. Ғөмүмән, ул һәр саҡ үҙ-үҙен үҫтерергә ынтыла. Колледждағы төрлө конкурста ҡатнашырға ла өлгөрә.
Илнара – яҡындары өсөн терәк. Һәр саҡ туғандарына һәм дуҫтарына ярҙамға килергә әҙер.
Уңыштар һиңә, тырыш ҡыҙ!
Л. ФАЗЛЕТДИНОВА.