

2004 йылда Өфө ҡалаһында тыуған ҡыҙ әле Башҡорт дәүләт медицина университетында белем ала.
Илина үҙен төрлө яҡлап үҫтерергә тырыша. Айырыуса спортты үҙ итә: йөҙөү, йога, фитнес менән шөғөлләнә, сәйәхәт итергә ярата. Буш ваҡытында төрлө китап уҡый. Аш-һыуға ла оҫта ул.
Ҡыҙ киләсәктә кешеләргә ярҙам итергә, уларҙың һаулығы һағында торорға, республикаға файҙалы кеше булырға теләй.
Л. МӘҮЛИТОВА.