

Әбйәлил районының Асҡар ауылы ҡыҙы Таһир Күсимов исемендәге гимназияны тамамлап, әле баш ҡалабыҙҙа уҡып йөрөй. Өфө фән һәм технологиялар университетында IV курста белем ала. Мәктәптә үк әүҙем була Розалия: бөтә сарала ҡатнаша. Бында ла һынатмай – «Әбйәлил йәштәре» ойошмаһының сағыу ағзаһы, вуз тормошонда ла ҡайнап йәшәй.
Ҡыҙ баскетбол, волейбол кеүек спорт төрҙәрен үҙ итә, сәләмәт тормош алып бара. Бейеү ҙә – оҡшаған шөғөлдәренең береһе. Машинаһына ултырып сәйәхәт итергә ярата. Тырыш, маҡсатлы ҡыҙҙың киләсәктә лә ҙур уңыштарға ирешеренә шик юҡ!