

Мәктәп йылдарында әүҙем уҡыусы булдым, йыш ҡына төрлө сараны алып бара инем, үҙем башҡорт бейеүҙәре менән сығыш яһарға яраттым. Вузда ла һынатмайым. Ә буш ваҡытымда китап уҡыу, бәйләү, сигеү, һүрәт төшөрөү, саф һауала йөрөү оҡшай.
Бакалавриаттың IV курсында уҡығас, әле диплом эшен яҙыуға ҙур иғтибар бүләм. Уҡыуымды тамамлағас, һөнәрем буйынса уңышлы эшләрмен, тип ышанам.