Ауылда башланғыс мәктәпте тамамлап, артабан белем алырға Дәүләкән ҡалаһының 3-сө башҡорт гимназия-интернатына килә. Әсәһе мәҙәниәт өлкәһендә эшләгәс, Камилә бәләкәйҙән йыр-моңға ғашиҡ. Шуға ла тырышып уҡыуҙан тыш, төрлө конкурста әүҙем ҡатнаша: призлы урындар яулай, районда ғына түгел, республика кимәлендә ҙур уңыштарға өлгәшеп тора. Үҙе шиғырҙар ҙа ижад итә.
Киләсәктә Камилә табип булырға хыяллана. Уңыштар насип итһен уға!