– 18 йәштәмен. Өфөлә тыуһам да, мәктәп йылдарын Благовар районының Иҫке Күсәрбай ауылында үткәрҙем. Унда тынлыҡты һәм тәбиғәттең матурлығын ҡәҙерләргә өйрәндем. Хәҙер мин Урал политехник колледжында юриспруденция йүнәлеше буйынса икенсе курста уҡыйым.
Йондоҙнамәм буйынса мин Арыҫлан, был бөтә сағыу һәм ғәҙәти булмаған нәмәгә һөйөүемде аңлаталыр. Хайуандарҙы бик ныҡ яратам, бигерәк тә эттәрҙе, улар – минең өсөн тоғролоҡ һәм фиҙакәрлек символы. Экзотик йәнлектәр ҙә ҡыҙыҡһындыра. Бер нисә ай элек ахатина ҡусҡарҙарын алдым. Быға шатлығым сикһеҙ! Улар шул тиклем тыныс, күҙәтеүе бик ҡыҙыҡ.
Уҡыуҙан тыш мин ҡул эштәре менән шөғөлләнәм – атлас таҫмаларҙан сәскә гөлләмәләре яһайым. Ошо ижади процесс барышында илһамландырғыс сериалдар ҙа ҡарарға өлгөрәм. Гөлләмәләрҙе алдан һорау буйынса ла яһайым, был минең өсөн аҙ булһа ла килем.
Элек хайуандарға ярҙам итер өсөн ветеринар булырға хыяллана инем, әммә хәҙер маҡсатым бер аҙ үҙгәрҙе. иң мөһиме – яҡындарымдың сәләмәтлеге һәм именлеге. Киләсәктә сәйәхәт итергә – донъяны күрергә һәм яңы мәҙәниәттәрҙе өйрәнергә теләйем.