Өфө ҡыҙы. Рәсәй Финанс университетының Өфө филиалында белем ала. Бала сағынан тәбиғәткә, матурлыҡҡа ғашиҡ. Ата-әсәһенең тыуған төйәге Бөрйән районына ҡунаҡҡа барып, көс-дәрт алып ҡайтырға ярата.
Үҫмер сағынан тырнаҡ эшләргә өйрәнгән. Аэробика, тхэквондо менән шөғөлләнә, моделдәр мәктәбенә йөрөй. Тәбиғи матурлыҡ яҡлы.
– Мода – ваҡытлы төшөнсә. Тиңдәштәремдең артыҡ мауығып китеп, йөҙ-ҡиәфәтен саманан тыш үҙгәртеүенә ҡарап сәйерһенеп ҡуям. Бынан бер-ике йыл элек мин дә башҡалар артынан эйәреп, сәсемде елкә төбөнән ҡырҡтырырға ҡарар иттем. Атайым ҡаршы булды. Әле шуның өсөн уға рәхмәт әйтеп бөтә алмайым. Билдән төшөп торған сәсемә күптәр һоҡланып ҡарай, үҙемә лә бик оҡшай, – ти ул.
Рәзинә УРМАНШИНА.