"Йәшлек" гүзәле
25 Февраль 2025, 00:55

Рина ИМАНҒОЛОВА

Әбйәлил районының Туйыш ауылы сибәркәйе 2008 йылда тыуған. Байым урта мәктәбендә белем алған. Әлеге ваҡытта баш ҡалала уҡып йөрөй, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының беренсе курс студенты. 

Рина мәктәптә уҡығанда бал бейеүҙәре менән шөғөлләнә, миҙалдары ла бар. Йәнә бала саҡтан һүрәт төшөрөргә ярата. Был һәләте уға әле аҡса эшләргә лә ярҙам итә: ҡыҙ – маникюр оҫтаһы. 
Ул – ғаиләлә бер бөртөк бала, әсәһенә кәңәшсе лә, ярҙамсы ла.
– Ҡыҙым – минең терәгем, ышанысым, өмөтөм, – ти Зинүнә Ғаяр ҡыҙы, ғорурланып. – Юлында изге кешеләр генә осраһын, имен-һау уҡып бөтөп, ҡыуанып йәшәргә яҙһын!

Л. РАИЛОВА.

Читайте нас