Өфө ҡыҙына 26 йәш. Бәләкәйҙән тырыш булғас, мәктәптә лә яҡшы өлгәшә. Ҡатнаш ғаиләлә тыуған Динара башҡорт, татар, рус телдәрен яҡшы белә, был фәндәрҙән олимпиадаларға йөрөй. “Урал батыр” эпосын яттан һөйләп, призлы урындар ҙа алғаны була. Йәнә уҡыусы сағында театр түңәрәгендә шөғөлләнеп, коллектив менән Ҡазандан еңеү яулап ҡайталар.
Медицина юлынан китергә Динара XI класта ҡарар итә: биология фәне аша кеше организмы төҙөлөшө менән ҡыҙыҡһынып китә ул. Башҡорт дәүләт медицина университетының педиатрия бүлеген тамамлап, әле балалар табибы булып эшләп йөрөй. Тырыш ҡыҙ шул уҡ ваҡытта ординатурала белем ала.
“Киләсәктә, бәлки, күҙ табибы ла булып китермен”, – ти.
Динара буш ваҡытында алмас мозаикаһы менән булышырға ярата. Бәйгелә уңыштар теләйбеҙ!
Лилиә МӘҮЛИТОВА.