"Йәшлек" гүзәле
5 Февраль 2025, 00:55

Дилүзә ҮТӘЕВА

Әбйәлил районының Асҡар ауылы һылыуына 20 йәш. Музыкаль ғаиләлә тыуып үҫкән ҡыҙ, күп уйлап тормай, ошо йүнәлештә Өфөгә уҡырға килә. Ғөмүмән, Дилүзә музыкаға ғына түгел, ә ижад донъяһына ғашиҡ. Кеше үҙ-үҙен төрлө яҡтан үҫтерергә тейеш, тип иҫәпләй ул. 

Колледждан һуң да Дилүзә уҡыуын дауам итә: әле Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында II курста белем ала. Сибәр, маҡсатына ынтылыусан, эшһөйәр ҡыҙ быйыл матурлыҡ бәйгеһендә «БДПУ һылыуҡайы» титулына лайыҡ булған.
Телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе ысын күңелдән яратҡан һылыуҡай башҡорт рухы менән һуғарылған модель агентлығында эшләй: ҡыҙҙар унда милли кейемебеҙҙә сығыштар күрһәтә. Дилүзә үҙе башҡорт йыр-бейеүен дә башҡарырға ярата. Йәнә ҡыҙ агентлыҡта балаларҙы сәхнәлә үҙ-үҙеңде тотоу серҙәренә өйрәтергә лә өлгөрә. Стилист булып та аҡса эшләй икән. Афарин! 
Дилүзә менән әңгәмәләшкәндә, уның шул тиклем алсаҡ, ихлас булыуына һоҡландым. Уның яулайһы үрҙәре алда әле!

Лилиә МӘҮЛИТОВА.

Читайте нас