Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылы ҡыҙы Гөлсибәргә 24 йәш. Мәктәптә яҡшы уҡыған, бейеү менән шөғөлләнгән ҡыҙ медицина юлын һайлаған. Ниңә, тигән һорауыма, беҙҙең ғаиләлә был өлкәлә эшләүселәр бөтөнләй юҡ, тип яуап бирҙе. Ысынлап та, туғандарыңа ла ярҙам күрһәтеү шәп бит! Шуға ла Гөлсибәр быйыл, Сибай медицина колледжын тамамлап, ундағы дауаханаға эшкә урынлашҡан. Өфөлә һөнәре буйынса өҫтәмә курс та үтеп өлгөргән. Хәҙер инде дипломлы белгес травматология һәм физиотерапия бүлектәрендә эшләп йөрөй. Һайлаған һөнәрем үҙемә бик оҡшай, ти ҡыҙ.
Ваҡыты тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, саҡ ҡына бушаһа, Гөлсибәр сигенеү, һүрәт төшөрөү менән була. Уңған ҡыҙға уңыштар!
Лилиә ФАЗЛЕТДИНОВА.