Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
26 Ноябрь , 16:16

Гөлназ МӘЗИТОВА

***

Шишмә районында тыуып үҫкән ҡыҙҙың яулаған үрҙәре, титулдары һанап бөткөһөҙ! Ике тапҡыр “Башҡортостан гүзәле” булған, Рәсәй кимәлендә лә ҙур еңеүҙәргә өлгәшкән ул.
Гөлназ Башҡорт дәүләт медицина университетында белем ала. Яҡшы табип булырға, үҙ эшен асырға хыяллана. Маҡсатым – кешеләрҙе һауыҡтырыу, ти ҡыҙ.
Һылыуҡай профессиональ кимәлдә йыр, бейеү һәм моделинг менән шөғөлләнә. Йыр клиптарында төшә, актёр оҫталығы буйынса дәрестәргә йөрөй, төрлө сара алып барырға ла өлгөрә. Йәнә Гөлназ шиғырҙар уҡырға ярата, үҙе лә ҡәләм тибрәтә, хатта ғилми-тикшеренеү эштәре яҙа. Бар яҡтан килгән!

Лилиә ФАЗЛЕТДИНОВА.

Читайте нас: