Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
25 Ноябрь , 16:11

Илмира ДӘМИНЕВА

Тал сыбығындай нескә, һөй­көмлө башҡорт һылыуҙарының береһе  Өфө районының Шамонин ауы­лында йәшәй. Х “б” класында, информатика-математика йүнәлешен­дә белем ала.

Сәнғәткә ғашиҡ. 2015 – 2017 йылдарҙа М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ойошторолған “Самрау” театр түңәрәгендә шөғөлләнә. Республиканың төп сәхнәһендә ҡуйылған “Мулла”, “Ике төш”, “Прометей” спектаклдәрендә уйнай.
Телдәр менән ҡыҙыҡһына. Туған башҡорт телен яратҡан, хөрмәт иткән ҡыҙ инглиз мәктәбен тамамлаған. Һәр саҡ асыҡ йөҙлө, ярҙамсыл булғаны өсөн уны бел­гәндәр ярата. “Ҡойма ямғырҙан һуң йәйғор ҡалҡҡан кеүек, ауырлыҡтарға бирешергә ярамай. Тырышып уҡығанда, күңел биреп эшләгәндә уңыштарға өлгәшергә була”, – ти Илмира. Буш ваҡыты булһа, аш- һыу бешерергә ярата, бигерәк тә торттары, бәлештәре уңып бешә. Ҡул эштәренә лә ваҡыт таба уңғанбикә. Бәйләргә, тегенергә ярата. Төрлө юбка, сумканы ла үҙе тегеп ала. Илмира мәктәп, йәмәғәт тормошонда ла бик әүҙем ҡатнаша.

Рәзинә УРМАНШИНА, 
Өфө ҡалаһы.

Читайте нас: