Динә мәктәп йылдарында уҡ әүҙем була: олимпиадаларҙа, конференцияларҙа ҡатнашып тора, призлы урындар яулай. “Ялҡын” бейеү ансамблендә шөғөлләнә, коллектив менән “Байыҡ” республика конкурсында ла ҡатнашалар. Йәнә ҡул эштәрен ярата: ырғаҡ менән бәйләү, һүрәт төшөрөү яҡын уға, әле балауыҙҙан шәмдәр яһау менән мауыға. Китаптарҙы күп уҡый.
Мәктәпте тамамлағас, ҡыҙ Өфө ҡалаһындағы кооператив техникумға уҡырға инә. Әле Динә Билалова Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында ситтән тороп юғары белем ала, психолог булмаҡсы. Электән үк кешенең һөйләгәнен тыңлап, һығымта яһап, кәңәш биреү оҡшай, ти ул.
Динә – изге күңелле, ябай, алсаҡ ҡыҙ. Тәбиғәт ҡосағында йөрөргә ярата, унан көс, илһам ала.
Лилиә МӘҮЛИТОВА.