-11 °С
Болотло
Гүзәл зат вәкиле булһам да, компьютер уйындары менән мауығам. Был тормошта ҡайһы ваҡыт ысынбарлыҡтан ҡасып, мауыҡтырғыс онлайн донъяға сумып, үҙеңде икенсе ролдәрҙә һынап ҡарарға ла кәрәк, тип уйлайым. Мейене ял иттереү өсөн кистәрен ҡыҙыҡлы фильмдар һәм сериалдар ҡабыҙам.
Донъяға оптимизм һәм юмор менән ҡарарға кәрәк. Мин ваҡ-төйәк өсөн борсолмаҫҡа тырышам, мажаралар яратам. Тормошомдоң бәхетле саҡтарында ла, уңышһыҙлыҡтарға тарығанда ла бергә булған әхирәтемә рәхмәтлемен. Шуны иҫтә тотам: һәр саҡ үҙең булып ҡалыу мөһим.
Лилиә РАИЛОВА.