Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
22 Октябрь , 05:55

Әлизә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА: “Маҡсаттар менән йәшәү көс бирә”

***

Миңә 23 йәш. Бөрйән райо­нының Иҫке Монасип ауы­лында тыуғанмын. Та­мырҙарым ҡыпсаҡ ырыуына барып тоташа. 
Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт аграр университе­тында белем алам. Студент тор­мошоноң һәр көнөн ҡыҙыҡлы, файҙалы үткәрергә тырышам. Төп иғтибарым уҡыуға йүнәлтелһә лә, бейеү менән шөғөлләнергә, театрға йөрөргә, сәйәхәт итергә лә ваҡыт ҡала. Хыялым – бә­хет­ле булыу, ә бәхет, минеңсә, ҡуйылған маҡсаттарҙы тор­мошҡа ашырыу ул. Маҡсаттар менән йәшәү миңә көс бирә. 
Башҡорт һылыуы сибәр ҙә, сабыр ҙа, тыйнаҡ та, шул уҡ ваҡытта сая ла булырға тейеш, тип уйлайым. Үҙем дә ошо сифаттарға эйә булырға тырышам. Йәшәү девизым – дүрт аяҡлап булһа ла, алға ынтылырға!

Л. ФАЗЛЕТДИНОВА.

Читайте нас: