Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
8 Октябрь , 05:55

Сөмбөл ЙОСОПОВА

***

2006 йылда Ҡыҫала йондоҙлоғо аҫтында донъяға килгәнмен. әсә­йем яратып, Сөмбөл, тигән исем ҡушҡан. 
Тыуған яғым – йәмле Учалы ра­йо­нының Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылы. Әлеге ваҡытта Белорет медицина колледжының өсөнсө курсында белем алам. Буласаҡ һөнәрем үҙемә бик оҡшай. 
Бала сағымдан алып йырларға, бейергә яраттым. Һигеҙ йыл “Ирә­мәл” бейеү ансамблендә шөғөл­ләндем. Мәктәп, район, респуб­лика конкурс­тарында әүҙем ҡат­нашып, призлы урындар ала инем. “Ба­йыҡ”, “Сул­пылар” телевизион кон­курс­тарында ҡатнашыу бәхете лә тейҙе. “Хәйерле иртә!” тапшы­ры­уына тө­шөү минең өсөн ҙур шатлыҡ булды.
Мәктәптә уҡығанда яҙышып тор­ҙом. Мәҡәләләрем “Йәншиш­мә” гәзитендә, “Аманат” журна­лында баҫылып сыға ине. Ике баҫманың да “Йәш хәбәрсе”һе исе­менә лайыҡ булдым. “Аманат”тың һылыуҡай­ҙар конкурсында еңеп сыҡҡас, рәсемем журнал тышында ла баҫылғайны.
Мин төрлө сәскә үҫтерергә яра­там. Уларҙы әсәйемә бүләк итеп, күңелен күтәрәм.

Л. Фазлетдинова.

Читайте нас: