Айназа 1996 йылдың 16 авгусында Баймаҡ ҡалаһында донъяға килгән. Сабый сағында өләсәһе уның килешле хәрәкәттәрен күҙәтеп барып, был ҡыҙыҡай бейеүсе булыр ул, тип фаразлай. Һомғол буйлы, нескә билле ҡыҙ булып үҫеп етә Айназа һәм, ысынлап та, бейеүгә ылығып китә.
Һылыуҡай ҡаланың 3-сө мәктәбен – алтын миҙалға, Мәскәү авиация институтын тик “бишле” билдәләренә генә тамамлай. Магистратурала ла уҡып, әлеге көндә төҙөлөш компанияһында әйҙәүсе инженер булып уңышлы эшләп йөрөй – ун кеше менән идара итә. Уның бүлеге хеҙмәт хәүефһеҙлеге һағында тора. ипле, яуаплы булғанға башҡорт ҡыҙына ошо эште ышанып тапшырғандарҙыр.
Буш ваҡыттарында яҡташыбыҙ китаптар уҡырға, бейеү түңәрәгенә йөрөргә, бассейнда йөҙөргә һәм төрлө йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашырға өлгөрә. Илдең баш ҡалаһында лайыҡлы урын табып, шул уҡ ваҡытта үҙ телен, халҡын онотмай, юғары маҡсаттар менән йәшәгән йәш замандашыбыҙға уңыштар теләйбеҙ!