Был һөйкөмлө ҡыҙға 22 йәш. Магнитогорск ҡалаһында тыуып үҫһә лә, Рузиләнең тамырҙары Әбйәлил районына барып тоташа. Башланғыс синыфтарҙан уҡ яҡшы өлгәшә, бер юлы художество мәктәбендә лә уҡый, уны ҡыҙыл дипломға тамамлай. Гимнастика менән шөғөлләнә, спорт мастерына кандидат.
Һылыуҡайыбыҙ туғыҙынсы синыфты тамамлағандан һуң Златоуст ҡалаһында белем ала. Әле Өфөлә дарыуханала провизор булып эшләй.
Рузиләне маҡсатҡа ынтылыусан, көслө ихтыярлы итеп тәрбиәләгәндәр. Мәктәптә уҡығанда уҡ төҫлө таҫмаларҙан сәс ҡыҫтырғыстары эшләп һата торған булған. Әле лә тик ултырмай, буш ваҡытын ижадҡа бағышлай һәм өҫтәмә табыш ала. Ҡул эштәренә оҫта, матурлыҡты күрә һәм тыуҙыра белә. Ҡыҙ үҙ көсө менән баш ҡалала эшле лә, фатирлы ла булған. Йәнә аттар ярата. Хыялы – сәйәхәт итеү.
Л. ФАЗЛЕТДИНОВА.