-11 °С
Болотло
Алинаның яратҡан шөғөлдәре – йога, каллиграфия һәм ҡул эштәре менән булышыу. Һуңғыһы хаҡында һүҙ йөрөткәндә, тәбиғи материалдар менән эшләү айырыуса оҡшай, ти ҡыҙ. Ул үлән-ботаҡтарҙан өйгә, мәҫәлән, аш-һыу бүлмәһенә кәрәкле әйберҙәр яһарға ярата. Һәм, ғөмүмән, тәбиғәттән көс, илһам алам, ти Алина.
Ҡыҙ йога һәм каллиграфия мәктәптәрен асырға хыяллана. Әле Өфөнөң иҫтәлекле урындарын каллиграфия ярҙамында һүрәтләгән ҡулланма эшләй. Был үҙенсәлекле проектын тиҙерәк тормошҡа ашырырға яҙһын уға!
Лилиә ФАЗЛЕТДИНОВА.