Киләсәккә Зөлфиә ҡыйыу аҙымдар менән атлай. Имтихандарын уңышлы ғына тапшырып, артабан да медицина өлкәһендә белемен камиллаштырырға һәм юғары категориялы белгес булырға теләй. Кешеләргә изгелек ҡылып йәшәү – үҙе бәхет, ти ҡыҙ. Ә буласаҡ врач өсөн ошо сифат икеләтә ҡиммәт: уның ҡурсауында булған кешеләрҙә был ышаныс уята, уларҙы ҡанатландыра, тимәк, тиҙерәк йүнәлергә ярҙам итә.
Әлеге көндә ул уҡып та, эшләп тә йөрөй. Студент тормошо, әлбиттә, гел белем алыуҙан ғына тормай. Зөлфиә лә төрлө концерт-киноға, театрға йөрөргә ярата. Хатта стипендияһын йыйып, йыл да дуҫтары менән сәйәхәт итә.
Әлфиә СӘҒИТОВА.