Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
11 Июль , 06:00

Венера АЛЛАЯРОВА  

Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында йәшәүсе Венера Алла­ярова­ның тамырҙары – Башҡортос­тандан. Уға 27 йәш.


Венера – маҡсатлы, тырыш ҡыҙ. Студент сағынан уҡ тиҙ туҡланыу ресторандарының береһендә эш башлап, үҙен яҡшы яҡтан ғына күрһәтә. Хәҙер ул – директор. 
Етәксе кешенең буш ваҡыты күп түгел, шулай ҙа Венера уңайы сыҡҡан һайын яратҡан шөғөлөнә тотона: торттар һәм десерттар эшләй ул. Был эш уға табыш та килтерә. 
Ҡыҙ тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшергә һәм ныҡлы ғаилә ҡорорға теләй. “Девизым – “Бер ҡасан да туҡтап ҡалмаҫҡа”,  – ти һылыуҡай. Венера киләсәктә үҙен һөйөклө ҡатын, яҡшы әсәй булараҡ күрә. Уңыштар теләйбеҙ!

Лилиә МӘҮЛИТОВА.

Читайте нас: