Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
18 Июнь , 11:50

Гүзәл ИСЛАМОВА

Бөгөн беҙ Стәрлетамаҡ ҡала­һын­дағы «Башҡорт йәштәре» йә­мәғәт ойош­маһының әүҙем ағза­ла­ры­ның береһе – Гүзәл Исламова менән та­нышасаҡбыҙ.

Ул Дәүләкән районында тыуып үҫкән. Дәүләкән ҡалаһының ли­цей-интернатында уҡыған йылда­рында спорт, бейеү һәм йәмәғәт эшмәкәр­леге менән әүҙем шө­ғөлләнә.
Стәрлетамаҡ күп профилле про­фессиональ колледжын уңышлы та­мамлап, Өфө фән һәм техно­ло­гиялар университетының Стәр­ле­тамаҡ фи­лиалында уҡыуын дауам итә.
Бөгөн Гүзәл – педагогика һәм пси­хология факультетының иң өлгөлө студенттарының береһе. Ул 3-сө курста уҡый һәм шулай уҡ факультет студенттарының ғилми йәм­ғиәте рәйесе, ирекмән, студент­тарҙың үҙешмәкәрлек бе­рекмәлә­рендә әүҙем ҡатнашыусы.


Рөстәм БАТТАЛОВ.

Читайте нас: