– Наҙгөл Ибраһимова булам. Өфө ҡалаһынан. Дим биҫтәһендәге Р. Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһының туғыҙынсы класын тамамлап, Октябрьский ҡалаһының музыка колледжында 2-се курста белем алам.
Бала саҡтан йыр-моңға ғашиҡмын. Өфөнөң 3-сө сәнғәт мәктәбен ҡыҙыл дипломға тамамланым. Скрипкала, гитарала уйнайым. Телевидениела алып барыусы булып эшләп тә өлгөрҙөм.
Бөтә Рәсәй, республика вокал конкурстары, «Сулпылар», «Ҡош юлы. Балалар» телевизион ярыштары еңеүсеһемен.