Бөтә яңылыҡтар

Лилиә Ишемғолова

***

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылы ҡыҙы Лилиә Ишемғолова – Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты. Мәктәпте яҡшы билдәләргә тамамлап, колледжда менеджер һөнәрен ала һәм әлеге мәлдә ситтән тороп уҡып, банкта эшләп тә йөрөй. «Балаларҙың башҡорт телендә һөйләшмәүе күңелде ҡыра. уларға үҙ телебеҙҙә белем биргем килә. Нәҫелебеҙҙә лә уҡытыусылар бар. Шуға киләсәккә  хыялым –  мәктәптә эшләү», – ти Лилиә.
Буш ваҡытында ҡыҙ  сәйлән теҙә йә ырғаҡҡа тотона. Ҡул эштәрен  таныштары теләп һатып ала. Илһам килгәндә шиғырҙар ҙа яҙа. Әхирәттәре менән бейеүҙәр өйрәнеп, төрлө  конкурста сығыш яһайҙар. Ҡулынан килмәгән эше юҡ ул Лилиәнең!  Афарин, булдыҡлы башҡорт ҡыҙы!

Л. МӘҮЛИТОВА.

Читайте нас: