Бөтә яңылыҡтар

Наҙгөл Бикмәтова

– Матур тәбиғәтле һәм саф hayaлы Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылында тыуып үҫкәнмен. Миңә 30 йәш. БДУ-ның Сибай филиалында иҡтисадсыға уҡып сыҡтым. Үкенескә күрә, белемем буйынса эшләү күңелемә ятманы.

Бала саҡтан матурлыҡҡа ғашиҡмын. Бөгөн ҡатын-ҡыҙ гүзәллеге өлкәһендә эшләйем. Ҡыҙҙарға керпек эшләйем, шулай уҡ уҡыуҙар ойошторам. 
Күптән түгел Өфөгә күсеп, күңелемә яҡын бер шөғөл таптым. Эпоксид ыҫмаланан стена сәғәттәре эшләйем. Минең эштәремдә диңгеҙ хозурлығы һәм көнсығыш мотивтар өҫтөнлөк итә. «Аллаһҡа маҡтауҙар булһын» тигән яҙыулы сәғәтем популярлыҡ яуланы. 
Киләсәктә ошо йүнәлештә үҫешергә – сәғәт кенә түгел, төрлө интерьер әйбере эшләргә теләйем. 

Читайте нас: