Бөтә яңылыҡтар

Лилиана ШӘРИПОВА

Мин Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының 11-се класс уҡыусыһы Лилиана Шәрипова булам.


Бәләкәйҙән төрлө ролгә инеп, шиғыр уҡырға яратам. Мин ҡатнашмай ҡалған шиғыр һөйләүселәр конкурсы юҡтыр. Районыбыҙ талантлы шағирҙарға бай: Әнисә Таһирова, Риф Мифтахов, Рауил Ниғмәтуллин, Фәүзиә Рахманғоловаларҙың ижады буйынса конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яуланым. Бала саҡ хыялым – актриса булыу. Үҫә төшкәс, был хыялым һүрелә бирҙе, әлеге ваҡытта йәмғиәтте өйрәнеү, тарих фәндәрен ҙур теләк менән өйрәнәм.
Ә бәләкәйҙән ятлаған шиғырҙарым күңелемә башҡорт телен һеңдерҙе. Шул тиклем яратам туған телемде! Ғаиләбеҙҙә лә тик башҡорт телендә генә һөйләшәбеҙ. 
Тәбиғәтте яратам. Атайым менән йәйен дә, ҡышын да урман ҡыҙырабыҙ. Ул миңә тәбиғәт серҙәрен өйрәтә. Урманда аҙашһаң, көньяҡ менән төньяҡты нисек айырырға, яңғыҙың ғына төнгөлөккә ҡалырға тура килһә, нисек төн сығырға – ошо серҙәре менән дә бүлеште. Урман ҡыҙырып ҡайтҡас, күргән-белгәндәремде ҡағыҙға төшөрәм. Күберәк шиғыр итеп яҙам, бәләкәй генә хикәйәләрем дә бар.
Ял көндәре әсәйем менән төрлө бәлеш бешерәбеҙ, күп итеп билмән эшләп ҡуябыҙ. Эш араһында йырлап та, бейеп тә ебәрәбеҙ, серләшеп тә алабыҙ. 
Халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева башҡорт теле тураһында: «Атам теле, әсәм теле – минең телем!» – тигән икән, ул минең өсөн дә шулай. Башҡорт теле – атайымдың аҡыллы кәңәштәре, әсәйем менән генә бүлешкән серҙәребеҙ теле ул. Мин һис арттырмайым: башҡорт теле – атайымдың теле, әсәйемдең теле, минең телем! Телемде атай-әсәйемде яратҡан кеүек яратам! Барығыҙға ла уңыштар, һаулыҡ теләйем!

Автор:Инсаф Хужабиргәнов
Читайте нас: