Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
17 Апрель , 11:27

Зөлфиә САЛАУАТОВА

***

Республикабыҙҙың ғәжәп төбәктәренең береһе – Белорет районының йәмле Уҫманғәле ауылы ҡыҙымын. Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһын уңышлы тамамлап, Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында корея теле серҙәренә төшөндөм. Артабан да факультетыма тоғро ҡалып, әлеге ваҡытта магистратурала уҡып йөрөйөм.
Бала саҡтан сәнғәткә ғашиҡ булыуым бөгөнгө тормош юлымда ла сағыла. Мәктәп һәм университет үҙемдә яңы һәләттәр асыуға бик ярҙам итте.  «Юлдаш PLUS» йәштәр интернет-радиоһында эшләүҙә миңә ҙур тәжрибә бирә. Билдәле һәм буласаҡ артистар менән осрашыуҙар бик оҡшай.
Сәхнә һөйөүем – йөрәк саҡырыуы. Төп һөнәрем унан алыҫ булһа ла, бөтә булмышым менән үҙемде сәхнә кешеһе тип әйтә алам. Социаль селтәрҙә үҙ ижадым  менән бүлешәм, йылы һүҙҙәр миңә дәрт бирә, артабан да ошо йүнәлештә эшләргә әҙермен.
Тормошомда ҙур терәк булыусы ғаиләмә оло рәхмәтемде белдергем килә. Әсәй-атайым үҙҙәре кеүек лайыҡлы балалар үҫтерә. «Иң мөһиме – кешелекле булығыҙ, башҡаһы үҙе килер», – тип өйрәтә улар. Бындай үрнәк менән бүтәнсә булмай! 

Читайте нас: