Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
7 Март , 07:00

Алһыу Шәймәрҙәнова

***

Бар яҡтан өлгөлө ҡыҙ ул Алһыу Шәймәрҙәнова. Әле Өфө ҡалаһын­дағы 108-се мәктәптең X “А” синыфында белем ала. Бәләкәйҙән үк яҡшы билдәләргә генә өлгәшә, бигерәк тә математика, геометрия, тарих, физик тәрбиә, инглиз теле дәрестәрен көтөп ала. Ошо фән­дәрҙән олимпиадаларҙа ҡатна­шып тора. Туғыҙынсыны ҡыҙыл аттестатҡа тамамлауы Алһыуҙың ниндәй маҡсатлы һәм тырыш булыуын тағы берҙе иҫбат итә.
Ҡыҙҙың иң яратҡан шөғөлө – бейеү. Екатерина Андреевна Гай­дук етәкләгән “Башмачок” өлгөлө балалар бейеү ансамбленең ҙур­ҙар төркөмө солисы ул. Өсөнсө синыфтан алып шөғөлләнә. Бейеү­селәр бер нисә йыл эсендә иле­беҙҙе урап сыҡҡан. Былтыр, мәҫәлән, Ставрополь ҡалаһында үткән мәртәбәле бәйгелә – “Мәк­тәп яҙы” Бөтә Рәсәй фестивалендә Башҡортостан Республикаһы исе­менән сығыш яһап, I урын яула­нылар. 
Алһыуҙың әсәһе Гөлназ Альберт ҡыҙы һәм атаһы Ирек Хәлим улы ҡыҙҙары менән бик ғорурлана. Туғандары Алмас менән Әлиә лә апаларынан ҡалышмай – шулай уҡ бейеү түңәрәгенә йөрөй. Алһыу киләсәктә хореограф булмаҡсы. Уңыштар!

Лилиә МӘҮЛИТОВА.

Читайте нас: