Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
2 Март , 07:00

Зөһрә ХАЙСАРОВА

* * *

– Һаумыһығыҙ! Мин  Башҡортостандың бик матур, бай тәбиғәтле Күгәрсен ра­йоны Тәүәкән ауылы ҡыҙы булам. Әлеге көндә Өфө фән һәм технологиялар универ­ситетының башҡорт фи­ло­логияһы, шәрҡиәт һәм жур­налистика факульте­тының 3-сө курсында белем алам. Бар бул­мышым менән ижадҡа ғашиҡмын. Бала саҡтан бе­йеүгә һөйөүем сикһеҙ.
Бейеү – минең өсөн күңел талабы. Бейеһәм, күңелем күтәрелә, дәртем асыла. ул тормошта ла ярҙам итә. Киләсәктә халҡыбыҙҙың аҫыл бе­йеүҙәрен балаларға өйрә­тергә теләгем бар. 
Тормош девизым – һәр ат­ҡан таңым өсөн Аллаға рәх­мәт әйтәм дә, бөгөн мин бәхетле, тип яңы көнөмдө башлайым. Маҡ­сатым – туған­дарыма, иле­мә кәрәкле кеше булыу! 

Читайте нас: