Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
27 Февраль , 07:00

Гөлсәсәк ШӘРИПОВА

* * *

Башҡорт ҡыҙы ниндәй булырға те­йеш, тиһәләр, һис шикһеҙ, Хәйбулла районының Һаҡмар-Наҙарғол ауылы ҡыҙы Гөлсәсәк Шәрипованы өлгө итеп күрһәтергә мөмкин. 
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт республика гимназия-интер­натын тик яҡшы билдәләргә генә та­мамлаған ҡыҙ бөгөн Өфө фән һәм технологиялар уни­верситетында Баш­ҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм жур­налистика факуль­тетының башҡорт-инглиз  бүлегендә 4-се курста уҡып йөрөй. Мәктәп йылдарында «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһендә, баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте, йәмғиәтте өйрәнеү фәне, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса олимпиада­ларҙа еңеү яулаған. Күптән түгел Таулы Алтайҙа төрки тел­дәре әҙә­биәте һәм фольклоры буйынса уҙған Бөтә Рәсәй олимпиадаһындағы еңеүе һәм уҡыуҙағы уңыштары өсөн Советтар Союзы Геройы Зөбәй Үтәғолов исе­мендәге стипендияға лайыҡ булған. Рухлы ла, һылыу ҙа ул. Киләсәктә башҡорт иленә тоғро хеҙмәт итергә теләй, үҙенән һуң матур эҙ ҡалдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған.
Бөгөн Гөлсәсәк «Юлдаш-плюс» йәш­тәр радиоһында алып барыусы булып эшләргә лә, йәш яҡташтар хәрәкәтендә ҡатнашырға ла, башҡорт сараларын ойошторорға ла өлгөрә. Афарин!

Читайте нас: