Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
13 Февраль , 07:00

Айзилә ҠӘҘЕРБАЕВА

* * *

– Мин, Ҡәҙербаева Айзилә, Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында, Ирәндек тауҙары итәгендә урынлашҡан йәмле Сибай ҡалаһында ғаиләмдә беренсе ҡыҙ булып донъяға килгәнмен. Мәктәптә тик «бишле»гә генә уҡып, алтын миҙалға тамамлап, үҙебеҙҙең уҡытыусылар нәҫелен дауам итәм. Әлеге ваҡытта Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының педагогия бүлегенә уҡырға индем. 
Сит телдәрҙе өйрәнергә яратам: айырыуса инглиз, ҡытай телдәре менән ҡыҙыҡһынам. Бынан тыш, университет тормошонда ла әүҙем ҡатнашырға тырышам: «Осҡон» театрында, «Шоңҡар» әҙәби-ижад берекмәһендә шөғөлләнәм, төрлө ирекмәнлек эшен дә башҡарам.
Минеңсә, башҡорт егет-ҡыҙҙары мотлаҡ саф башҡортса аралаша белергә тейеш. Сөнки телебеҙҙең киләсәге – йәштәр ҡулында. Тағы ла заман йәштәре сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға тейеш, тип һанайым. Ә инде иң мөһиме – беҙ эшсән, тормошҡа оптимистик ҡарашлы, маҡсатҡа ынтылышлы булһаҡ, киләсәктә   республикабыҙ сәскә атыр.
Халҡыбыҙҙың киләсәге өсөн борсолам. Тап беҙ – йәштәр – үҙебеҙҙең телебеҙҙе, рухи мәҙәниәтебеҙҙе, тарихыбыҙҙы белергә, киләһе быуындар өсөн һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ. Милләтебеҙҙең киләсәге – һәр беребеҙҙең яуаплылығында!

Автор:Инсаф Хужабиргәнов
Читайте нас: