Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
6 Февраль , 07:00

Алина ҒӘЛЛӘМОВА

* * *

– Илеш районы ҡыҙымын. Әлеге ваҡытта М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетында 3-сө курста уҡыйым. Факультетыбыҙҙың медиаүҙәген етәкләйем. 
Өфө вузына уҡырға инеү минең өсөн тормошомдоң иң һынылышлы осоро булды. Баш ҡалабыҙҙа бар хыялым һәм идеям тормошҡа ашты. Ә университет – төрлө яҡлап, шул иҫәптән профессиональ үҫеш өсөн шәп майҙансыҡ. Бында үҙемә яңы дуҫтар таптым, яңы офоҡтар һәм мөмкинлектәр астым. уйлауымса, тормошта бөтә проблеманы ла ыңғай хәл итеп була. Бар көсөңдө һалып тырышырға кәрәк, шул саҡта һәр өлкәлә уңышҡа өлгәшергә мөмкин!
Мин сит телдәр өйрәнергә яратам. Башҡорт һәм ҡытай телдәрен төптән өйрәнеү фекерләүемде һәм донъяға ҡарашымды үҙгәртте. Карл Маркс әйтмешләй: «Башҡа телде белеү – ул, тимәк, икенсе йәнгә эйә булыу».

Автор:Инсаф Хужабиргәнов
Читайте нас: