Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
6 Ғинуар , 07:00

Динара  ЮЛДАШЕВА

* * *

Сығышы менән боронғо аҫаба ерҙәребеҙ — Ырымбур өлкәһенең Иҫәнгилде ауылынан. Бәләкәйҙән башҡорт теленә һәм мәҙәниәтенә ғашиҡ. Мәктәп йылдарында уҡ бихисап конкурс һәм олимпиадала яулаған еңеүҙәре ошо хаҡта һөйләй.


Динара 2022 йылда М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетын тамамлаған. Әлеге көндә ошонда уҡ эшләп тә, аспирантурала уҡып та йөрөй. Ул фәнгә ғашиҡ. Ҡазанда, Таулы Алтайҙа, Ҡаҙағстандың Аҡтүбә ҡалаһында үткән олимпиадаларҙа һәм ғилми-ғәмәли конференцияларҙа уңышлы сығыш яһаған. Киләсәктә ҙур ғалимә булырға хыяллана.

Читайте нас: