Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
25 Декабрь 2023, 14:05

Эльмира МӨХӘМӘТДИНОВА

* * *

– Мифтахетдин Аҡмулла исемен­дәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында белем алам. Әлеге ваҡытта Ҡазағстанда стажировка үтеүем менән бәхетлемен. Гумилев исемендәге Евразия милли университетының филология факультетында ҡытай телен төптән өйрәнәм. 
Ошо көндәрҙә Ҡаҙағстанда йәшәгән милләттәштәребеҙ ярҙамында башҡорт костюмын йыйнап, университетта ҙур сығыш  ойошторҙом. Бөтә тамашасы, уҡытыусы минең образыма һоҡланды, күптәр фотоға төштө. Ҡаҙаҡтарға башҡорт рухын күрһәтә алыуыма сикһеҙ шатмын
Милли костюм йыйырға ярҙам иткән Гүзәлиә апай Йомабаеваға, Айзилә Азаматоваға һәм ошонда уҡырға мөмкинлек булдырған башҡорт филологияһы факультетының уҡытыусыларына һәм деканыбыҙ Ләйлә Миҙхәт ҡыҙына рәхмәтлемен!

Читайте нас: