Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
29 Ноябрь 2023, 07:00

Нурия ҒИЛМУЛЛИНА

* * *

Таныш булығыҙ, Илеш һылыуы Нурия. дүртенсе курс студенты. Бала сағынан Өфөгә ғашиҡ булған һәм ниндәй уҡыу йортона барырға тигән һорау тыуғас, һис уйлап тормайынса Өфө фән һәм технологиялар уни­версите­ты­ның башҡорт фило­логияһы факультетын һайлаған.
Нурия университет тор­мо­шонда бик әүҙем ҡатнаша. Алтай республикаһының Таулы Алтай ҡалаһында үткән «Филология. Рәсәй халыҡтары телдәре һәм әҙәбиәте» Бөтә Рәсәй олим­пиадаһында бер юлы өс еңеү  яулаған. Бынан тыш, ул – уҡыу алдынғыһы, университетта һәм респуб­ликала үткән фәнни һәм мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡат­наша.
Ҡыҙ киләсәктә тормошон телевидение йәки радио өлкәһе менән бәйләү, әүҙем, ҡыҙыҡлы тормош хаҡында хыяллана. 

Читайте нас: