Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
28 Ноябрь 2023, 07:00

Хәлимә ДӘҮЛӘТГӘРӘЕВА

Йөҙөнән йылмайыу китмәгән был һылыу ҡыҙ — Хәлимә Дәүләтгәрәева. Ул Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле йүнәлеше буйынса 5-се курста тик «бишле»гә генә уҡый.

Хәлимә Ҡыйғаҙы ауылында бар ғүмерен мәғарифҡа арнаған Ләйлә һәм Ильяс Дәүләтгәрәевтар ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. Бәләкәйҙән бик теремек, егәрле була. Мәктәп йылдарында ла әүҙемлеге, маҡсатҡа ынтылышлығы менән айырыла: тик яҡшы билдәләргә өлгәшеүенән тыш, төрлө конкурста, олимпиадала ҡатнашып, гел призлы урын ала. Йәш сәсәндәрҙең «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса район бәйгеһендә лә ике йыл рәттән гран-при яулай. 
Урта мәктәпте тамамлағас, илһөйәр, телһөйәр ҡыҙ күп уйлап тормай, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Унда ла тәүге көндәрҙән үк үҙен әүҙем, рухлы, инициативалы ҡыҙ булараҡ танытып, гел алдынғылар рәтендә була. Уҡыу йортонда үткән сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Каникул ваҡыттарында Хәлимә район гәзитендә хәбәрсе булып эшләп, үҙен журналист булараҡ та һынай. Күптән түгел ул «Әсә теле – 2023» төбәк-ара конкурсында, «Филология. Рәсәй халыҡтары телдәре һәм әҙәбиәте» Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңеү яулаған. Был ҡаҙаныштары өсөн уға Мостай Кәрим исемендәге стипендия түләнәсәк. 

Читайте нас: