Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
26 Ноябрь 2023, 07:00

Азалия МОСТАЕВА

***

– Таныш булайыҡ, мин –
 Азалия!
Тирә-яҡтың гүзәллеген
 тойоп,
Һөйөп үҫтем тыуған еремде.
Һәр сәскәһен, йән эйәһен
 ерҙең
Яҡын итте минең күңелем.
Яңы быуын башҡорто беҙ,
Йолаларҙы һаҡлаусы,
Илебеҙҙе, телебеҙҙе,
Рухыбыҙҙы һаҡлаусы.                          


Мин – Өфө сауҙа иҡтисад колледжы студенткаһы, төрлө яҡлы, сос, тырыш һәм нескә күңелле ҡыҙмын. Благовар районында тыуып үҫтем. Сәйәхәт итергә яратам, шуның өсөн туризм белгесе һөнәрен һайланым. Буш ваҡытта һүрәт төшөрәм, халыҡ бейеүҙәрен өйрәнәм. волонтер эшен дә башҡарам: оло йәштәгеләргә һәм хайуандарға ярҙам итәм. Төрлө байрамда, конкурста ҡатнашам. Шулай уҡ туған телемде яратам, башҡорт телендә үткәрелгән олимпиадаларҙа үҙемде һынайым. Телем һәм илем менән ғорурланам!

Читайте нас: