Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
22 Ноябрь 2023, 07:00

Светлана ЛАТИПОВА

* * *

– Светлана Марат ҡыҙы Латипова булам. Ғафури районының Ҡауарҙы ауылынанмын.
9-сы класта тормошомдо медицина менән бәйләргә ҡарар иттем. 2016 йылда мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, БДМУ-ға уҡырға индем. Студент йылдарында уҡ эш башланым, ашығыс кардиология бүлегенә шәфҡәт туташы булып урынлаштым. Һуңыраҡ – ковид-госпиталдә йоҡоһоҙ төндәр үткәреү, тәүлек әйләнәһенә дежурҙа тороу һәм кеше ғүмерҙәре өсөн көрәш. Ниһайәт, былтыр табип дипломы алдым һәм бөгөн Өфө дауаханаһында терапевт булып эшләйем, шул ук ваҡытта ординатурала белем алам.  Медицина өлкәһендә эшләү ҡыҙыҡлы, әммә бик ауыр. Һәр пациентҡа айырым иғтибар бүлергә кәрәк. Минең өсөн иң мөһиме – һөҙөмтәгә ирешеү. Сөнки пациенттың йылмайыуын, шат йөҙөн күреүгә, уның рәхмәт һүҙҙәрен ишетеүгә бер ни ҙә етмәй.

Читайте нас: