Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
10 Ноябрь 2023, 10:31

Элина ФӘХРЕТДИНОВА

Әссәләмәғәләйкүм, ҡәҙерле дуҫтарым! Мин рухлы, сая, сибәр, нәзәкәтле, һылыу башҡорт ҡыҙҙарының береһе – Фәхретдинова Элина Руслан ҡыҙы булам! 19 йәштәмен.

Иҫ киткес хозур тәбиғәтле, ҡуйы урманлы, тауҙарға бай Белорет районының Береш ауылында тыуып үҫкәнмен. Әлеге ваҡытта баш ҡалабыҙҙа юрист һөнәренә уҡыйым.


Сылтыр-сылтыр шишмә сылтырауын, урман шауын, ҡоштарҙың һайрашыуын ишетеп үҫкәнгәме, күңелем йыр-моңға ғашиҡ. Бәләкәй сағымдан алып әлегәсә төрлө бәйгелә һынау тотам, үҙемде һәр яҡлап асырға тырышам. Халҡыбыҙҙың сәнғәте, ғөрөф-ғәҙәттәре менән ҡыҙыҡһынам. Киләсәктә тыуған илебеҙҙе, туған телебеҙҙе үҫтереүгә үҙ өлөшөмдө индерергә теләйем.
Милләтем минең – башҡорт,
Һылыулығым – Һомайҙан,
Күңелемдә башҡорт рухы,
Күскәндер ул Уралдан!
Ике пар ҡанатым минең –
Атайым һәм әсәйем,
Туғандарым миңә терәк,
Һаулыҡтарын теләйем!
Хоҙайыма мең-мең рәхмәт!
Киләсәгем бар минең!
Йәшәһен тыуған ерем
Һәм ғәзиз туған телем!

Читайте нас: