Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
27 Сентябрь 2023, 07:00

Валерия ШӘРӘФЕТДИНОВА

* * *

Ырыуым – Ҡатай,
Ағасым – Артыш,
Ҡошом – Ҡауҙы,
Ораным – Тайлаҡ.
Инйәр буйында урынлашҡан, ерҙән шифалы һыуҙар сыҡҡан, Урал тауҙары уратҡан Белорет районының Асы ауылы ҡыҙымын.
Төп маҡсатым – кешеләргә файҙалы булыу, шуға ла әлеге ваҡытта балалар табибына уҡыйым.
Ғүмеремдең һәр минутын бушҡа үткәрмәҫкә тырышам. Күптән түгел «Ҡатай һылыуы» район матурлыҡ конкурсында еңеү яуланым. Тыуған еремдең тарихын, халҡыбыҙҙың йолаларын төрлө төбәктән килгән ҡунаҡтарға еткереү маҡсатында «Асы» шифаханаһында экскурсиялар алып барам.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: