Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
20 Сентябрь 2023, 07:00

Әҡлимә ӘБҮБӘКИРОВА 

* * *

Мин Әбүбәкирова Әҡлимә Руслан ҡыҙы булам. Йәмле башҡорт иленең хозур тәбиғәтле, бай тарихлы, күркәм, уңған кешеләр төбәк иткән Баймаҡ районының Йәнйегет ауылынанмын. Ауылымда 9-сы класты тамамлап, хәҙер Баймаҡ-лицей интернатында белем алам. әлбиттә, яҡшы билдәләргә өлгәшәм. 7 йәшемдән Сибай сәнғәт мәктәбенең "Мәликә"   студияһына йөрөп, бейеү серҙәренә төшөндөм һәм аттестат алдым. Яратҡан шөғөлдәрем күп – һүрәт төшөрөү, төрлө аш-һыу әҙерләү, ҡул эштәре. 


Бөгөн бик бәхетлемен, сөнки тыныс тормошта, өлгөлө ғаиләлә йәшәйем. Әсәйем өс ҡыҙы ла яҡшы кеше булып үҫһен өсөн бар көсөн һала. Спектакль-концерттарға йөрөргә лә ваҡыт табабыҙ, тыуған яғыбыҙҙың матур ерҙәрен күреп, тарихын өйрәнеп, беҙ рухи байлыҡ туплайбыҙ. Тормош девизым: сәләмәт тормошта – сәләмәт рух!

Читайте нас: