Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
19 Сентябрь 2023, 07:00

Ғәлиә ШИРҒАЗИНА

* * *

Таныш булығыҙ – Ғәлиә! Өфө ҡыҙы, 17 йәштә. Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында белем ала. Уҡыу алдынғыһы. «Йәш һөнәрмәндәр» милли чемпионатында ысын балды ялғандан айырырға өйрәткән һәм абруйлы ярышта еңеү яулаған уҡыусы ул. 
Киокусинкай буйынса ҡала һәм республика ярыштары еңеүсеһе. 2021 йылда  Киров ҡалаһында үткән Волга буйы федераль округы чемпионатында «кёкусин» дисциплинаһы буйынса призлы урын яулап ҡайтҡан. 
Ғәлиә – ныҡлы рухлы башҡорт ҡыҙы. Туған телендә таҙа һөйләшә, ҡалала үткән бер милли сараны ла ҡалдырмай.

Читайте нас: