"Йәшлек" гүзәле
19 Август 2023, 02:00

Айһылыу БӘҘРЕТДИНОВА

* * *

– Белорет районының данлыҡлы Мулдаҡай ауылында тыуғанмын. Әсәйем – Гүзәл, атайым – Шайнур. Улар беҙҙе, өс баланы, бәхетле итеү, тормошҡа әҙерләү, яҡшы белем биреү өсөн барыһын да эшләй. 


Мин Мулдаҡай ауылы мәктәбендә 9-сы класты тамамланым. Йәмғиәтте өйрәнеү, алгебра, геометрия һәм рус теле фәндәрен яратып уҡыйым. Ҡыҙыҡһыныуым күп төрлө, мәктәп, район кимәлендә үткәрелгән бөтә сарала теләп ҡатнашам. Киләсәктә үҙемде шәфҡәт туташы итеп күрәм.

Читайте нас