"Йәшлек" гүзәле
2 Август 2023, 02:00

Элина ИСҠАҠОВА

* * *

– Ырыуым – Бөрйән,
Ҡошом – ҡарсыға,
Тамғам  – яғылбай,
Ораным – тарауыл,
Ағасым – ҡарағас,
Батырым – Алдар Иҫәкәев.
Мин йәмле Ирәндек итәгендә урынлашҡан матур Сибай ҡалаһында тыуып үҫтем. Биш йәшемдә әсәйем етәкләп ҡалабыҙҙың өлгөлө «Гөлдәр» бейеү ансамбленә алып килде. Шул ваҡыттан алып бейеүгә ғашиҡмын.
Хәҙерге ваҡытта ғаиләбеҙ менән Волгоград өлкәһендә йәшәйбеҙ. Тыуған еремде, туған телемде, бейеүҙәремде яратып һағыныуым мине Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатына алып килде. Данлыҡлы белем усағында уҡырға,  халыҡ бейеүҙәре ансамбленә йөрөргә теләк белдергәс, ата-әсәйем ҡуш ҡуллап риза булды. Ғаиләм менән араларыбыҙ алыҫ булғас, ҡайһы саҡта һағынып илаһам да, ошо гимназияла төплө белем алыуыма, тиҫтерҙәрем менән туған телдә иркен аралашыуыма, сәхнәлә ут сәсрәтеп бейеүемә сикһеҙ бәхетлемен! 
Киләсәктә барлыҡ хыялым тормошҡа ашыр, атай-әсәйемдең өмөттәрен аҡлармын,  тип ышанам.

Читайте нас