

– Мин – Нәҙерғолова Юлиә Юлдаш ҡыҙы, Йылайыр районының Яманһаҙ ауылынанмын. Кескәй саҡтан алып тырыш булдым, 6 йәшем тулғас та мәктәпкә уҡырға барҙым. Бәләкәй булыуыма ҡарамаҫтан, бик күп олимпиадала һәм ярышта ҡатнашып, тик призлы урындар ғына яуланым.
Йылайыр ауылындағы Ш. Бабич исемендәге башҡорт гимназияһында белем алдым, бөгөн Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлайым.
Студент йылдарын да бушҡа уҙғарманым, яңы һөнәр үҙләштереп, матурлыҡ студияһында эшләп йөрөйөм. Бөгөн салон етәксеһе урынбаҫарымын һәм топ-мастер вазифаһын биләйем.
Киләсәктә университетта алған белемемде ҡулланып, үҙ эшемде асырға хыялланам.