"Йәшлек" гүзәле
14 Июнь 2023, 02:00

Илзирә  ҒӘЛИМОВА

Ике йәшенән алып үҙенең матур сығыш­тары менән Башҡор­тостанды ғына түгел, сит төбәктәрҙе лә хайран ҡалдыра ул. Һүҙем – Әбйәлил районы Рәх­мәт ауылы мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Илзирә Ғәлимова ха­ҡында. 
Ул бәләкәйҙән баш­ҡорт бейеүҙәренә ға­шиҡ. Район кимәлендә  йыл һайын тиерлек "Һаумы, һаумы, әкиәт!" бәйгеһендә, "Йөрәк һү­ҙе" шиғыр конкур­сында гран-при яулай, "Ба­йыҡ" телевизион бейеү кон­курсында сығыш яһай. Илзирә спорт менән дә дуҫ. Район, республика кимә­лен­дәге ярыштарҙа яула­ған алтын миҙал­дары һәм "Әбйәлил райо­нының йыл спорт­сыһы" исеменә лайыҡ булыуы ошо хаҡта һөй­ләй. Бына шундай шәп башҡорт ҡыҙы үҫеп килә. Киләсәктә лә уға милләтебеҙ һаҡсыһы, ҡото булырға яҙһын, тип теләйек! Бер­ҙәм дәүләт имти­хандарында уңыш­тар ғына юлдаш булһын!

И. ХУЖАБИРГӘНОВ.

Автор:Инсаф Хужабиргәнов
Читайте нас